Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.55

EUR 90.46

18 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Молния

Дөйөм ҡала өмәһе Өфөлә 120 мең кешене йыйҙы

Иҡтисад

24 сентябрҙә үткән дөйөм ҡала өмәһендә Өфөлә 120 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына дүрт мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелде.

— Был көндө сүп-сарҙан таҙартылған урам-юл селтәрҙәренең майҙаны — туғыҙ миллион квадрат метр самаһын, урман парктары һәм скверҙарҙыҡы 1 миллион 300 мең «квадратты» тәшкил итте. Бынан тыш, дөйөм ҡала өмәһендә ҡатнашыусылар 10 миллион квадрат метр самаһы майҙанда кварталдар араһы территорияларын, өс меңдән ашыу квартал араһы юлдарын һәм тротуарҙарҙы сүп-сарҙан таҙаланы, дүрт мең погон метрҙан ашыу ҡойманы һәм мең «квадраттан» ашыу фасадтарҙы ремонтланы. Ошо уҡ көндө республиканың баш ҡалаһында өс меңләп ҡыуаҡ һәм ағастар ултыртылды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производсто-техник бүлеге баш белгесе Игорь Аристов.

Бынан бер көн алда, шулай уҡ биләмәләрҙе таҙалау һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә үткән санитар йомала, 43 меңгә яҡын өфөлө ҡатнашҡан. 550-нән ашыу махсус техника берәмеге файҙаланылған. Ике мең кубометрҙан ашыу сүп-сар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатылған.

Галина Бахшиева автор: Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть