
Өфө йорттарына йылы бирҙеләр
Шәмбе көнө кис Өфө йорттарына йылы бирелде. «Башинформ» агентлығына «Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһының генераль директор урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин хәбәр итеүенсә, идаралыҡ компаниялары һәм торлаҡ милекселәре ширҡәте заявкалары нигеҙендә 24 сентябрҙә Өфө йорттарына йылы бирелә башланы.




