13 сентябрҙә аграр өлкәләге енәйәттәр мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк
13 сентябрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә агросәнәғәт комплексы, кредит-финанстар системаһы һәм ҡулланыусылар баҙары өлкәһендәге енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм тәфтишләү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк.
Ҡабул итеүҙе Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Юрий Черницев үткәрә.
Башлана — 10 сәғәттә.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.



