
Өфө ғибәҙәтханаларында һәләк булған «Локомотив» уйынсыларын иҫкә алалар
8 сентябрҙә Өфөнөң барлыҡ православие ғибәҙәтханаларында Ярославлдең авиакатастрофала фажиғәле рәүештә һәләк булған «Локомотив» хоккей клубы уйынсыларына һәм Як-42 самолеты экипажы ағзаларына арнап — йыназа доғалары, иҫән ҡалып, әле ауыр хәлдә булғандарға иҫәнлек-һаулыҡтарын һорап доғалар уҡыласаҡ.
«Башинформ» агентлығына Өфө епархияһының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепископы Никон һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашып телеграмма ебәрҙе.