
Республикаға йылы көндәр ҡайта
Был аҙнала Башҡортостанда йылы буласаҡ. Гисметео мәғлүмәтенә ярашлы, республикала көндөҙ 29 градусҡа тиклем йылытыуы көтөлә. Төндәр ҙә йылы торасаҡ – 14-17 градус нулдән юғары буласаҡ.
Бынан тыш, аҙна аҙағына тиклем республикала көндәрҙең аяҙ тороуы көтөлә.