
Ялда беҙҙе болотло һалҡын көндәр көтә
Алдағы ялда Башҡортостанда көндәр болотло торасаҡ. Гисметео мәғлүмәте буйынса, республикала төнөн дүрт-туғыҙ градус йылы буласаҡ. Айырым райондарҙа һауа температураһының плюс бергә тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙ 13-19 градус буласаҡ.
Башлыса болотло көндәр көтөлә, ямғырҙар булыуы ла ихтимал. Яуым-төшөм йәкшәмбе, 28 августа, үтер, моғайын. Һауа торошо киләһе аҙнаның башында ла артыҡ үҙгәрмәйәсәк.

