
25-26 августа Өфөлә ҡан тапшырыу буйынса хәйриә акцияһы үтәсәк
1 сентябрь — Белем көнө алдынан «Һайлау» интерактив уҡытыу үҙәге «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ҡанаты аҫтында «Ғүмер бүләк итеүселәр» акцияһын үткәрә. Акция 25-26 августа Республика ҡан тапшырыу станцияһында үтәсәк. Өфөлә үҙ теләгең буйынса бушлай ҡан һәм уның компоненттарын тапшырыуҙы пропагандалау һәм донорлыҡты үҫтереү — уның төп маҡсаты.
Хәйриә акцияһы дауамында йыйылған донорҙар ҡаны Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлегенә тапшырыласаҡ.
Күсмә ҡан әҙерләү пункты 25-26 августа 9-14 сәғәттәрҙә Өфөнәң Моторҙар эшләүселәр һарайы алдындағы майҙанда эшләйәсәк.