Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы Ураҙа байрамын тамашасылары менән ҡаршылаясаҡ
Йәйге отпускыларҙан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәнә эшкә тотондо. Тамашасылар менән тәүге осрашыу 30 августа — мосолмандар өсөн изге Ураҙа байрамында буласаҡ. Был көндө театр сәхнәһендә байрамға бағышланған тамаша үткәреләсәк, унда театрҙың барлыҡ артистары ла ҡатнашасаҡ.
Концерттан тыш театр хеҙмәткәрҙәре репетицияларҙы әүҙем үткәрә — яңы миҙгелдә театр һөйөүселәрҙе байтаҡ премьералар көтә. Шулай итеп, театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшахмановтың Мостай Кәрим трагедияһы буйынса «Ай тотолған төндә» спектаклен әҙерләүе, ә уның хеҙмәттәше Арыҫлан Йәнбәковтың «Хазина» (Салауат Әбүзәр) пьесаһы өҫтөндә эшләүе билдәле.
Театрҙың яңы миҙгелен асыу 23 сентябргә планлаштырылған.


