
Республика баҫыуҙарының 35 процентында иген урып һуғылған
Республика аграрийҙары баҫыуҙарҙың 35 процентында игенде һуғып алған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Көн һайын оператив мәғлүмәттәр сводкаһында урып һуғыу күрһәткесе 2-3 процентҡа арта бара.
19 авгусҡа ҡарата республикала урып һуғылған иген 1 миллион 206 меңдән ашыу тоннаны тәшкил итә. Көйөргәҙе, Дүртөйлө, Шаран райондары игенселәре ашлыҡтың яртыһынан ашыуын йыйып алған. Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары ла был сиккә етеп килә.