Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошо йәнә эҫе буласаҡ
Был аҙнала Башҡортостанда йәнә эҫе буласаҡ. Гисметео мәғлүмәтенә ярашлы, республикала һауаның көндөҙгө температураһы 31-33 градус буласаҡ. Төндә термометр бағанаһы 13-16 градус күрһәтәсәк.
Бындай һауа торошо ял көндәрендә лә һаҡланасаҡ. Бынан тыш, аҙна аҙағында ямғыр яуыуы ихтимал.


