Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте байрамы үтәсәк
Өлкә башҡорт мәҙәниәте байрамы 30 июлдә Ырымбурҙа үтәсәк. Уны ойоштороусылар булып өлкәнең Мәҙәниәт, йәмәғәтселек һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы һәм «Ҡарауан-Һарай» Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы» Йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһаны.
Программала – Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан ижади коллективтары сығыштары, спорт ярыштары, милли аш-һыу күргәҙмәһе. Байрам «Милли ауыл» мәҙәни комплексында үтәсәк.



