Майҙандарҙың 45 процентында мал аҙығы культуралары сабылған
Республикала 499 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сабылған. Планға ҡарата был 45%. Ә Бишбүләк, Бүздәк һәм Краснокама райондарында бесән 60 проценттан ашыу майҙанда сабылған, тип хәбәр итте БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республика ҡышҡылыҡҡа 322 мең тонна бесән (44%) һәм 1 миллион 183 мең тонна сенаж (54%) запасы әҙерләгән. Башҡортостандың ике районы — Архангел һәм Туймазы — бесән преслауҙы тамамлаған. Дүрт район аграрийҙары (Архангел, Йәрмәкәй, Ейәнсура һәм Тәтешле) сенаж траншеяларын тултырған.