
Килем ауылында экологик субботниктар үтә
Бүздәк районының Килем ауылында экологик субботниктар үтә, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Гүзәл Латипова.
Килем халҡы ауыл территорияһын сүп-сарҙан, ҡый үләндәренән таҙарта, төҙөкләндерә, буяй һәм аҡлай. Юлдарға, паркка, һарай, мәсет алдындағы майҙансыҡтарға айырыуса иғтибар бүленә, зыярат төҙөкләндерелә.
Шулай уҡ Килем халҡы 2010 йылдың көҙөндә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы хөрмәтенә ултыртылған ағастар аллеяһын ҡарай.
Экологик субботниктар аҙна һайын ял көндәрендә үтә.
— Татар ауылыбыҙҙың һәр саҡ таҙа булыуын теләйбеҙ, бында мосолмандар йәшәүе күренеп торһон, — тип әйтә Гүзәл Латипова. – Үҙебеҙгә лә тәрбиәле ауылда йәшәүе күңелле, ҡунаҡтар алдында ла оят түгел.