
Рөстәм Хәмитов Ер йөҙөндә иң төньяҡта урынлашҡан виноград плантацияһы менән танышты






Фото:
Фото:





БР Президенты Рөстәм Хәмитов донъяла иң төньяҡта, Башҡортостандың Кушнаренко районында, урынлашҡан виноград плантацияһын ҡараны. Бында виноградтың 46 сорты һәм гибриды үҫтерелә, шуларҙың бишәүһе — Башҡортостанда сығарылған һәм дәүләт реестрына индерелгән. Был сорттар хәҙер бар илдә үрсетелә.
Виноград Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының селекция үҙәгендә 3,5 гектар майҙанда үҫтерелә. Урындағы виноград Кушнаренко районы территорияһында сағыштырмаса түбән хаҡҡа – бер килоһы 30 һумдан ғына һатыла. Уңышты урындағы виноградсылар август-сентябрҙә көтә.
Рөстәм Хәмитов боронғо виноград баҡсаларының береһен ҡарап сыҡты, ул 1934 йылда нигеҙләнгән. Башҡорт винограды үҫентеләре ваҡытында илдең бихисап төбәктәрендә юғары баһаланған. Хәҙер уларҙы урындағы баҡсасылар теләп һатып ала.