
Башҡортостанда ял көндәрендә ямғыр яуасаҡ
Башҡортостанда ял көндәрендә йәшенле ямғырҙар яуасаҡ. Яуым-төшөм бөгөн дә, 8 июлдә, көтөлә.
Гисметео мәғлүмәтенә ярашлы, алдағы шәмбелә һәм йәкшәмбелә көндөҙ 30-32 градус буласаҡ. Төнгө сәғәттәрҙә термометр бағанаһы 20-22 градусты күрһәтәсәк.
Синоптиктар киләһе аҙна башланыу менән республика буйынса һауа температураһының түбәнәйеүен күҙаллай.