
Өфөлә ҡыҙҙар өсөн лидерҙар мәктәбе ойоштороласаҡ






Фото:
Фото:





Парламент ҡатын-ҡыҙҙар клубы етәкселек вазифаларында эшләү өсөн йәш белгестәр әҙерләүҙе бойомға ашырырға ниәтләй. Был хаҡта бөгөн парламент ҡатын-ҡыҙҙар клубының беренсе ултырышында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева хәбәр итте. Яңы структура рәйесе хоҡуғында депутат клуб эшмәкәрлегенең төп өҫтөнлөктәрен билдәләне.
— Беҙ ҡыҙҙар араһында буласаҡ лидерҙар әҙерләүҙе төп маҡсатыбыҙ итеп күрәбеҙ. Ошо айҡанлы беҙҙең клуб ҡарамағында ҡатын-ҡыҙҙар — лидерҙар, төрлө кимәлдәге буласаҡ парламентарийҙар әҙерләү буйынса айырым мәктәп булыр, тип ышанам.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар клубының беренсе ултырышының темаһы «Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү тураһында»ғы закон проектына арналды. Ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән әҙерләнгән.