
Башҡортостанды йылы көндәр көтә
Ағымдағы аҙнала Башҡортостанда ярайһы эҫе буласаҡ. Республика буйынса көндөҙ 25-29 градус йылы булыуы көтөлә. Төнгө сәғәттәрҙә термометр бағанаһы 13-15 градусты күрһәтәсәк.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәтенә ярашлы, төбәктә аяҙлы-болотло көндәр көтөлә. Синоптиктар йомала һәм ял көндәрендә бер аҙ ямғырҙар вәғәҙә итә. Шул уҡ ваҡытта юғары температура һаҡланасаҡ.