Йәй ямғырҙар алып килә
Башҡортостанда ағымдағы аҙнала алмашыныусан һауа торошо көтөлә, ваҡыты менән айырым райондарҙа бер аҙ ямғырҙар үтәсәк. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәте буйынса, 2 июндән ямғырҙар ихтималлығы артасаҡ. Айырыуса ял көндәре ямғырлы буласаҡ.
Алдағы көндәрҙә республикала төнөн – ете-ун градус, көндөҙ 22-26 градус йылы буласаҡ.



