
Бөрйән районы хакимиәтендә үҙгәрештәр
16 майҙа Бөрйән районы Советы депутаттары, икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, хакимиәт башлығы Ирек Зариповтың ваҡытынан алдағы отставкаһын ҡабул итте.
Муниципаль район Советы менән конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәғәйенләнгән кеше вазифаны ҡабул итеп алғанға тиклем хакимиәт башлығы вазифаһын Динир Әхмәтйәнов башҡарасаҡ.



