
Башҡортостан коммунистары 7 майҙа Партия матбуғаты көнөн билдәләй
7 майҙа КПРФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһе Өфөлә, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Партия матбуғаты көнөн үткәрә.
Партия матбуғаты көнө сиктәрендә «Правда» гәзитенең — 100, «Коммунист Башкортостана» гәзитенең 5 йыллығына арналған митинг, художестволы үҙешмәкәрлек концерты үтәсәк, балалар өсөн уйындар, шахмат турниры ойоштороласаҡ. Сара программаһында тынлы оркестр оҙатыуында бейеүҙәр һәм дискотека ла ҡаралған.
Акция үткәреү урыны – Салауат Юлаев майҙаны («Телеүҙәк» транспорт туҡталышы). Үткәреү ваҡыты — 17-нән — 20 сәғәткә тиклем.