
Башҡортостанда көндөҙ 18 градусҡа тиклем йылытасаҡ
Был аҙнала синоптиктар Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо вәғәҙә итә. Республикала аяҙлы-болотло көндәр өҫтөнлөк итәсәк, ваҡыты менән бер аҙ ямғырҙар булыуы ихтимал.
Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәте буйынса, төнөн төбәктә бер градустан биш градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Көндөҙ 10-18 градусҡа тиклем йылытасаҡ.



