
Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Рөстәм Хәмитовтың саҡырыуы буйынса «Салауат Юлаев»тың «алтын» матчын ҡараны




Фото:
Фото:



Благовещенск ҡалаһы балалар йортоноң тәрбиәләнеүселәре Александр Клемин менән Артем Рузанкин «Салауат Юлаев»тың Гагарин Кубогындағы триумфына шаһит булды.
16 апрелдәге финал матчына уларҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов саҡырҙы. Уҡыусыларҙы «Өфө-Арена»ның VIP-ложаһында урынлаштырҙылар, улар «Салауат» менән Мытищиның «Атлант»ының алыштарын үрҙән күҙәтте.
— Был хәл иткес уйын, һәм беҙ бында ныҡ килергә теләгәйнек! Ғөмүмән, хоккейҙы үлеп яратабыҙ! – тине матч алдынан малайҙар яратҡан командаларының еңеүен һиҙгән кеүек.