Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 75.03

EUR 88.95

21 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ырымбурҙа Бөйөк Ватан һуғышына арналған төбәк-ара конференция үтәсәк

Йәмғиәт

Быйыл май айында Ырымбурҙа Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 70 йыл тулыуға арналған «Идет война народная, Священная война» тип аталған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк. Форумды ойоштороусылар булып Ырымбур өлкәһенең Мәғариф министрлығы һәм Ырымбур дәүләт университетының Көньяҡ Урал тарих һәм этнография ғилми-тикшеренеү институты сығыш яһай.

Конференцияла һуғыш алдынан хөкөм һөргән геосәйәси һәм эске сәйәси хәлдәрҙе, сәнәғәтте хәрби продукция етештереүгә күсереүҙе, совет халҡының ҡаһарманлығын, һуғыштан һуңғы донъя ҡоролошон, тарихты уҡытыу, хәрби-патриотик тәрбиә һәм киң мәғлүмәт сараларының һуғышҡа бәйле ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙағы ролен тикшереү планлаштырыла.

Конференция башланыуға ҡарата мәҡәләләр йыйынтығы нәшер ителәсәк.  

Конференцияла ҡатнашыу өсөн 5 майға тиклем [email protected] йәки [email protected] электрон почтаһы аша күләме 8 биттән ашмаған мәҡәлә ебәрергә кәрәк.

Тимур Рәхмәтуллин автор: Тимур Рәхмәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть