
Башҡортостанды ҡарлы көндәр көтә
Был арала Башҡортостанда элеккесә ҡарлы көндәр торасаҡ. Шул уҡ ваҡытта һыуыҡ булыуы көтөлә.
Гисметео мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 14 февралдә, көндөҙ һәм кисен минус 13 градус һалҡын буласаҡ. Шишәмбегә ҡарай төндә термометр бағанаһы айырым райондарҙа 26 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ – 15 градус тирәһе һалҡын.
Шаршамбы, 16 февралдә, республикала төнөн — 23 градус, көндөҙ минус 18 градус һыуыҡ буласаҡ.



