
Башҡортостан Республикаһының экология порталы асылды
Башҡортостан Республикаһы экология порталының беренсе этабын ойоштороу буйынса эштәр тамамланды. Проект маҡсаты — Башҡортостан экологияһы, уникаль тәбиғәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса мәғлүмәтлелекте арттырыу, белем кимәлен күтәреү.
Экология порталының икенсе этабы ла эшләнеү өҫтөндә, уның функционалы ҡулланыусыларға белгес-экологтар менән бәйләнешкә инергә мөмкинлек бирәсәк. Портал был темалар буйынса үҙ-ара аралашырға, экология һәм тәбиғәтте һаҡлау тематикаһы буйынса дөйөм мәғлүмәт киңлегендә урын алырға, шулай уҡ һәр төрлө конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнашырға юл асасаҡ.




