
Республикала ҡар яуыуы көтөлә
Был аҙнаның тәүге яртыһында Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә. Был турала “Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡар ике көн буйына – дүшәмбе һәм шишәмбе – яуасаҡ. Шаршамбы, 26 ғинуарҙа, ҡар туҡтаясаҡ.
— Республика буйынса һауа температураһы күтәреләсәк, — тине ул. – Көндөҙ минус 5-10 градус буласаҡ. Төнөн – 10-15 градус нулдән түбән. Көньяҡ-көнсығышҡа табан төнөн —минус 20 градусҡа тиклем. Ҡар яуыу менән бәйле юлдарҙы көрт һырыуы ихтимал.




