Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.17 ↑

EUR 89.98 ↓

25 сентябрь, Йома

Уфа   °

Парламент закон проекттарын тикшергәндә интернет-технологияларҙы ҡулланыу яҡлы

Сәйәсәт

Спикер Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттары менән осрашыуҙа уҙған йылдағы закондар сығарыу эшенә йомғаҡ яһаны.

— 2010 йыл БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары өсөн республика ҡануниәте системаһын әүҙем камиллаштырыу осоро булды, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Үҙ эшендә депутаттар һәр ваҡыт республиканың дәүләт-хоҡуҡи, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи өҫтөнлөктәренән сығып эш итә.  

Былтыр парламент эшмәкәрлеге новациялары иҫәбендә спикер төрлө йүнәлештәр буйынса парламент төркөмдәре төҙөүҙе билдәләне. БР Дәүләт Йыйылышында көҙгө сессия осоронда эшсе төркөмдәр ойошторолдо.  

— Бындай эшмәкәрлек ҡануниәтебеҙҙең һөҙөмтәлелеген реаль баһаларға, хоҡуҡ ҡулланыу  практикаһының баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһен булдырырға, министрлыҡтар һәм ведомстволар, муниципаль органдар вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итәсәк, — тип билдәләне Константин Толкачев.

Уның фекеренсә, закон проекттарын интернет-технологиялар файҙаланып асыҡтан-асыҡ тикшереү практикаһын дауам итергә кәрәк. Шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе блогы Башҡортостан парламенты эшендә мөһим бер яңылыҡ булып торҙо.

Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть