
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
25 декабрҙә Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының уҙып барыусы йылдағы эшмәкәрлеген һәм 2011 йылға бурыстарҙы тикшерҙе.
Ултырышта шулай уҡ Башҡортостан эшҡыуарлығы үҫешенә, район һәм ҡала ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары ҡарамағында йәштәр советтары ойоштороуға, башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларын яңыртыуға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Шуның менән бер рәттән көн тәртибенә «2011 йылдың айыҡ ауылы» республика конкурсы тураһында положение ла индерелде.