Фото:
Белорет халҡы кәрәҙле элемтә проблемаларынан яфа сигә




Фото:



Белорет халҡы кәрәҙле элемтә проблемаларынан йонсой. Был турала БР Хөкүмәте Президиумының Белорет районының социаль-иҡтисади үҫеше перспективаларына арналған күсмә ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
— Кәрәҙле элемтәнең бында «әле һүнә, әле яна» принцибы буйынса эшләүенә үҙемә инанырға тура килде, — тине Президент. – Кешеләр яфаланырға тейеш түгел.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ул алдынғы кәрәҙле телефон бәйләнеше операторҙары менән берлектә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына был мәсьәләне хәл итергә күрһәтмә бирергә ниәтләй.



