
14 декабрҙә Игорь Алешин «Версия Башкортостана» гәзите уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирәсәк
Шишәмбе, 14 декабрҙә, «Версия Башкортостана» ижтимағи-хоҡуҡи аҙналығы мөхәрририәтендә республика буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин ҡатнашлығында “ҡыҙыу линия” үткәреләсәк.
Милиция генерал-майоры гәзит уҡыусылар менән (8-347) 272-79-16 телефоны аша 15 сәғәттән 17-гә тиклем аралашасаҡ.
Һорауҙарҙы гәзиттең 15-се битендә бирелгән купонға яҙып ебәрергә лә мөмкин.



