
Башҡортостан аграрийҙары 2011 йылдағы сәсеү эштәренә әҙерлекте тикшерәсәк
Өфө районында тоҡомсолоҡ эше буйынса «Башкирское» асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында тоҡомсолоҡ буйынса республика кәңәшмәһе үтә. Унда Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары, ошо ведомствоға ҡараған ойошмалар етәкселәре, муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары, БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре ҡатнаша.
Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тоҡомсолоҡ эшенең көнүҙәк проблемаларынан тыш, аграрийҙар 2011 йылда сәсеү эштәренә әҙерлек, мелиорация үҫеше, ғаилә һөтсөлөк фермалары буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен дә ҡараясаҡ.