
2 декабрҙә Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк
2 декабрҙә республикалағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил инициативаһы менән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Унда мөмкинлектәре сикләнгән балалар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк.
Сара сәғәт 10-да башлана.



