
Башҡортостандың эшлекле даирәләр вәкилдәре Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенә барасаҡ
24 ноябрҙән 26-һына тиклем БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Башҡортостандың эшлекле даирәләр вәкилдәренең Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенә (Петропавловск ҡалаһы) яуап сәфәрен планлаштыра.
Сәфәр программаһына Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе, Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы бизнес вәкилдәре араһында бизнес-осрашыуҙар һәм өс яҡлы һөйләшеүҙәр үткәреү, предприятиеларға барыу, шулай уҡ мәҙәни программа индерелгән, тип хәбәр итә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәте.
Был сәфәрҙә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары саҡырыла.




