
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
Башҡортостан коммунистары Октябрь социалистик революцияһының 93 йыллығын Өфөлә байрамса тантаналы йөрөш һәм митинг менән билдәләне. В.И. Ленин исемендәге майҙанда, Октябрь юлбашсыһы һәйкәле алдында митинг ветерандарҙы, КПРФ-тың һәм РФ Коммунистик йәштәр союзының төбәк бүлексәләре активистарын йыйҙы.
— Ваҡыт үткән һайын Октябрь революцияһының әһәмиәте үҫә бара, — тип билдәләне йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, КПРФ-тың Башҡортостан рескомының беренсе секретары Рифғәт Гарданов. – Рәсәйҙә даими катастрофаларға, хаҡтар һәм тарифтар артыуына, гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм социаль гарантияларҙы сикләүгә килтереүсе һәр яңы либераль-буржуаз реформа быны раҫлай.
Митингыға сығыусылар ҡабул иткән резолюцияла «айырым бер төркөм кешеләр файҙаһына дәүләт табыштарын тупаҫ экспроприациялау»ға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарына, электр энергияһына, аҙыҡ-түлеккә сираттағы хаҡтар артыуға ҡаршы протест сағылдырыла.
Митингыла ҡатнашыусылар тағы ла Президентҡа һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә В.И.Ленин һәйкәлен Ленин скверындағы элекке урынына, ә Вәлиди урамына Фрунзе исемен кире ҡайтарырға саҡырып мөрәжәғәт итте.