
Балаға пособиелар 5,9 процентҡа арта
Башҡортостан Хөкүмәте Ҡарары менән 2011 йылдың 1 ғинуарынан балаға айлыҡ пособие һәм ветерандарға айлыҡ түләүҙәр күләме 5,9 процентҡа арта. Индексация «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» БР Законының 23.1 статьяһы 5-се өлөшөнә һәм «Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында» БР Законының 4-се статьяһы 4-се өлөшөнә ярашлы үткәрелә.
Был ҡарарҙы бойомға ашырыу республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына йөкмәтелде, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.