Сирияла Башҡортостанға арналған күргәҙмә үтәсәк
Дамаскиҙа Башҡортостанға арналған күргәҙмә үткәрергә планлаштырыла. Был хаҡта Башҡорт-ғәрәп дуҫлығы йәмғиәте активисы, Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Өфө ҡалаһы буйынса өҫтәмә офисы мөдире Динара Ширеева һөйләне.
— Беҙҙең йәмғиәт делегацияһы ошо көндәрҙә Сирияла һәм Иорданияла булып ҡайтты. Унда беҙ Дамаскиҙа урындағы иҫтәлекле урындарҙың береһе булып иҫәпләнгән Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгенә барҙыҡ, — тине ул. – Үҙәккә беҙ республикабыҙ хаҡында китаптар, каталогтар, фотографиялар һәм видеоматериалдар тапшырҙыҡ. Һәм Үҙәк етәкселеге беҙгә яҡын араларҙа, был материалдарҙы файҙаланып, Башҡортостан тураһында күргәҙмә ойошторорға ниәтләүе хаҡында хәбәр итте.


