Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.35 ↑

EUR 89.25 ↑

24 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Йәш ғаиләләр дәүләт ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшырта

Йәмғиәт

Туймазы ҡалаһында 21 йәш ғаилә ун миллион һумдан ашыуға торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) субсидияға хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ алды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был средстволар Башҡортостан Республикаһында 2002-2010 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” пунктын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бүленде. Тағы өс ғаилә (ә йыл башынан алып – һигеҙ ғаилә) торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы республика программаһы сиктәрендә, 2003-2010 йылдарға бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) йәш ғаиләләргә субсидия биреү өлөшөндә, субсидия алды. Туймазы районы муниципаль районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Ринат Зариповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай ҙур дәүләт ярҙамы алыу бәхетенә өлгәшеүселәр — иҡтисадтың төртө тармаҡтарында эшләүсе, бер-өс балаһы булған 35 йәшкә тиклемге йәштәр, яңғыҙ әсәләр ҙә бар. Туймазыла субсидия алыуға иҫәптә бөгөн 1200-ләп йәш ғаилә тора. Был бик күп. Әлбиттә, яҡын араларҙа ғына барыһының да хыялын ҡәнәғәтләндереп булмаясаҡ. Шулай ҙа хәл итеү юлдарын табырға мөмкин. Район хакимиәте йәш ғаиләләргә бер тапҡыр бушлай ер участкаһы бирергә әҙер. Һәм был программа ла әүҙем эшләй.  

Мөсәүир Камалетдинов автор: Мөсәүир Камалетдинов
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть