
Башҡортостан йүгереүсеһе Шобухова Чикаго марафонында еңде
Америка Ҡушма Штаттарында абруйлы World Marathon Majors серияһына ҡараған киң билдәле Чикаго марафоны үтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар ярышы Белорет ҡыҙы Лилиә Шобухованың триумфы менән тамамланды. Ул Рәсәй рекордын 22 секундҡа яҡшыртты ( чемпион ваҡыты — 2:20.25) һәм дөйөм сериялар иҫәбендә еңде.
Чикаго марафонында Эфиопиянан Атседе Байиса икенсе урын алды – 2:23.40, һәм йәнә бер рәсәйле Мария Коновалова финишҡа өсөнсө булып килде – 2:23.50.