
Ике аҙнанан Башҡортостандан Ҡораллы Көстәргә саҡырылыусылар оҙатыла


Фото:
Фото:

1 октябрҙә Рәсәйҙә Ҡораллы Көстәргә көҙгө саҡырыу башланды, уның барышында Башҡортостан хәрби хеҙмәткә 12360 кешене оҙатырға тейеш. 17 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы йыйылма пунктынан тәүге төркөм китәсәк.
17 октябрҙән 1 декабргә тиклем, 4 ноябрҙә байрам көнөн иҫәпкә алмағанда, саҡырыу ресурстарының 60 проценты ғәскәрҙәргә оҙатылырға тейеш.
БР йыйылма пунктынан 52, ә байрамдарҙы иҫәпкә алмағанда, 50 көн буйына егеттәр хәрби хеҙмәткә оҙатыласаҡ. Шулай итеп, йыйылма пункт аша көн һайын 700-900 кеше үтәсәк.