
Фестивалдә төрлө спорт төрҙәре вәкилдәре осрашты











Фото:
Фото:










Өфөнөң «Приозерный» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй-Япония дуҫлығына һәм Рәсәйҙә Уҡытыусы йылына арналған II Спорт һәм көнсығыш көрәштәре фестивале үтте.
Унда, көнсығыш көрәштәре вәкилдәренән тыш, милли көрәш, грек-рим көрәше оҫталары, художестволы гимнастика һәм хәрби спорт төрҙәре вәкилдәре лә ҡатнашты.
Сағыу тамашаларҙың береһен Өфөләге Айкидо федерацияһы спортсылары күрһәтте.
Фестиваль дуҫлыҡтың нығыныуына, сәләмәт тормош алып барған йәштәрҙең бер-береһе менән аралашыуына булышлыҡ итте.