Бөгөн Өфөлә "Оҫталар йәйғоро" асылды
24 -26 сентябрҙә Өфөнөң «Радуга-Экспо» сауҙа-күргәҙмә комплексында интерьер өсөн авторлыҡ аксессуарҙарына арналған «Оҫталар йәйғоро» фестивале үтә.
Программала — интерьер өсөн авторлыҡ аксессуарҙары күргәҙмәһе һәм мастер-кластар. Һуңғыһында ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.
Фестиваль сиктәрендә ҡоштар өсөн иң яҡшы биҙәлгән тағараҡтар конкурсы ла үткәреләсәк.
«Оҫталар йәйғоро» 24 сентябрҙә 14 сәғәттә асылды.


