
Йәштәрҙең үҙ фракцияһы буласаҡ
Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының үҙ фракцияһын булдырыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Өфө депутаттары Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы Положениеға ошондай өҫтәмәләр индерҙе.
— Ҡала йәштәре фракция ойоштороу инициативаһы менән үҙҙәре беҙгә сыҡты, — тине ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин. – Һәм мин быны дөрөҫ ҡарар тип иҫәпләйем.



