Фото:
Ял көндәрендә Өфөлә көҙгө йәрминкәләр башлана


Фото:

Иртәгә, 18 сентябрҙә, Өфөнөң Спорт һарайы һәм “Алтын” сауҙа комплексы алдындағы майҙандарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре асыла. Уларҙа республиканың Башпотребсоюз системаһы предприятиелары һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк.
Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала халҡының ит, һөт продукттары, картуф, йәшелсәләр, бал, он һәм ярма изделиелары, кондитер изделиелары һәм башҡаһын һатып алырға мөмкинлеге буласаҡ.
Бынан тыш, 18-19 сентябрҙәге йәрминкә майҙандарынан башҡа, ҡала халҡы картуфты Өфөнөң Орджоникидзе районының “Тирәктәр” (“Тополя”) сауҙа комплексы алдындағы майҙанда һәм Совет районының Комсомол урамында 18-се йорт ҡаршыһындағы майҙанда автомашиналарҙан һатып ала аласаҡ.


