
Республика уҡыусыларына наркотест янаймы?
Республика наркоконтролендә 15 сентябрҙә үтәсәк түңәрәк өҫтәлдә наркотик ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау мәсьәләһе тикшереләсәк. Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Өфө мэрияһы, йәмәғәт һәм хәйриә ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ табип-наркологтар был мәсьәләгә ҡарата үҙенең фекерен белдерәсәк. Рспубликаның белем биреү учреждениеларында наркотиктар ҡулланыуға тест үткәреүҙе индереү мәсьәләһе кәңәшмәнең үҙәгендә буласаҡ.




