
Башҡортостан Президентының һәм Хөкүмәтенең БР Дәүләт Йыйылышындағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре билдәләнде
Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте төбәк башлығының 2010 йылдың 6 сентябрендәге Указдарын киң йәмәғәтселеккә еткерҙе. Уларҙа Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен раҫлай.
Альбина Рауил ҡыҙы Воробьева, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы, Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде.
Александр Владимирович Лихачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде.
Указдар ҡул ҡуйған көндән көсөнә инә.