
Ураҙа байрамына Өфөлә күргәҙмә-йәрминкә ойошторола


Фото:
Фото:

11 сентябрҙә, шәмбе көндө, Өфөлә, Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Ураҙа байрамына арналған йәрминкә ойошторола.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты аҙыҡ-түлек, эшкәртеү, еңел сәнәғәт предприятиеларын, шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙе күргәҙмә-йәрминкә экспозицияһын ойошторорға саҡыра.
Йәрминкә сәғәт 10-да асыла, 18.00 — 21.00 сәғәткә концерт программаһы планлаштырылған.



