
Коммунистар һуғыш йылдарында һәләк булғандарҙы иҫкә алды




Коммунистар һуғыш йылдарында һәләк булғандарҙы иҫкә алды
Фото: Николай ЕрмоленкоКоммунистар һуғыш йылдарында һәләк булғандарҙы иҫкә алды
Фото: Николай Ермоленко


КПРФ-тың Башҡортостан рескомы етәкселеге һәм Өфөнөң партактивы бөгөн 1941-1945 йылдарҙа Өфө госпиталдәрендә яраларынан вафат булған яугирҙар ерләнгән Сергиев зыяратындағы мемориалға сәскәләр һалды.
Коммунистар һәләк булғандарҙы, бер минутҡа тын ҡалып, хөрмәтләп иҫкә алды. Сәскәләү һалыу тантанаһы Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнөнә арналды. Ул иҫтәлекле дата булараҡ илебеҙҙә кисә беренсе тапҡыр билдәләнде.




