Фото:
Республика эшҡыуарҙары Халыҡ-ара урман форумында ҡатнашыуға саҡырыла


Фото:

XII Петербург халыҡ-ара урман форумы төньяҡ баш ҡалала октябрҙә үтәсәк. Башҡортостан эшҡыуарҙары – урман сәнәғәте комплексы вәкилдәре лә унда ҡатнашыуға саҡырыла. Башҡортостан делегацияһы визиты 18-20 октябргә планлаштырыла.
Петербург форумы тармаҡ мәсьәләһе буйынса фекер алышыу өсөн эшҡыуарҙар, иҡтисадсылар, ғалимдар, сәйәсмәндәр осрашҡан иң эре Рәсәй майҙансығы иҫәпләнә.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының мабуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика делегацияһының ”Урман комплексында бәләкәй һәм урта бизнес – ҙур мөмкинлектәр” исемле түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыуҙары планлаштырыла. Шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе урман сәнәғәте предприятиелары етәкселәре менән бизнес-осрашыуҙар көтөлә.
Форумда ҡатнашыу буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек идаралығынан алырға мөмкин.



