Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 76.42 ↓

EUR 92.04 ↑

23 апрель, Йома

Уфа   °

Молния

Бөтә Рәсәй Физкультурниктар көнө алдынан Өфөлә яңы спорт майҙансығы асыласаҡ

Йәмғиәт

Шишәмбе көндө, 10 августа, Өфөлә 800 квадрат метрлыҡ яңы универсаль спорт майҙансығы асыласаҡ. Ул баш ҡаланың Киров районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә төҙөлгән (Сеченов урамы, литер А).

Спорт майҙансығы бер юлы 30 кешене хеҙмәтләндерә ала. Бында һәр кем мини-футбол, волейбол, баскетбол, гандбол, стритбол кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп, сәләмәтлеген нығыта ала, шулай уҡ эстафеталар үткәрергә лә мөмкин. Шуны ла билдәләргә кәрәк, майҙансыҡ махсус йомшаҡ япмаға эйә — ул ҡолағанда имгәнеүҙән һаҡлай.  

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Киров районы спорт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был 2007-2011 йылдарға иҫәпләнгән балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса ҡала маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән бишенсе майҙансыҡ районда.

Тәүгеләрҙән булып бүләкте Киров районы предприятиелары һәм ойошмалары  хеҙмәткәрҙәре баһалай аласаҡ, улар өсөн сәғәт 10-да Физкультурниктар көнөнә арналған Спартакиада башланасаҡ.

Спорт майҙансығын асыу тантанаһы сәғәт 12-гә билдәләнгән.

Эльмира Сабирова автор: Эльмира Сабирова
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть