
Фото:
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Фото:
Фото:
БР Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең 2010 йылдың 4 авгусындағы Указы менән Фидус Ямалетдиновты БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Биографик белешмә. Фидус Әғләм улы Ямалетдинов 1953 йылдың 4 ғинуарында Дүртөйлө районының Яңы Солтанбәк ауылында тыуған. Юғары белемле, Өфө авиация институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Өфө моторҙар эшләү заводының торба үткәргес цехы көйләүсеһе булып башлаған.
1980–1983 йылдарҙа — Өфөнөң “Молния” агрегат-конструкторлыҡ бюроһының инженер-көйләүсеһе, өлкән мастеры.
1983-1986 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Ленин район комитеты сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы, мөдире.
1986-1991 йылдарҙа — Өфөнөң халыҡ депутаттары Ленин район Советының башҡарма комитеты рәйесе.
1991-1992 йылдарҙа — коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы — халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1992-1995 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
1995-2000 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы.
2000-2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары.
2003 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры.
Фидус Ямалетдинов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән.